МӘҘӘНИӘТ
17 Октябрь 2022, 15:30

Баш ҡалала яңы стела ҡуйыла

Ул тиҙҙән асыласаҡ

Баш ҡалала яңы стела ҡуйылаБаш ҡалала яңы стела ҡуйыла
Баш ҡалала яңы стела ҡуйыла

Республика менән идара итеү үҙәгендә хөкүмәттең аҙна һайын үткән оператив кәңәшмәһендә бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөгә көньяҡтан, аэропорт яғынан ингән урындың үҙгәреүе тураһында белдерҙе.

«Беҙ ҡалаға ингән төркөмгә айырым иғтибар бирҙек. Минеңсә, яҡшы килеп сыҡты. Шул уҡ йәһәттән мин перфекционист булғас ҡайһы бер урындарҙы тағы ла матурыраҡ итергә теләр инем. Мәҫәлән, декоратив үҫемлектәрҙе өҫтәргә була», - тине төбәк етәксеһе.

Радий Хәбиров артабан  «Өфө – хеҙмәт даны ҡалаһы» стелаһын урынлаштырыу эштәре тамамланыуға бара тип белдерҙе. Уны асыу 4 ноябрҙә, Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә ҡаралған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә йәшәүселәр һайлауы һөҙөмтәһе буйынса стела Ағиҙел йылғаһының төҙөкләндерелгән ярында, ҡалаға ингән автомобиль күперҙәренән уң яҡта урынлашасаҡ.  

 

Автор:Азат Ғиззәтуллин

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас