

БР Башлығы Радий Хәбиров үҙенең традицион #ЖЗЛ_Башкортостан рубрикаһында башҡорт театры легендаһы, РСФСР-ҙың, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Өфөнөң почетлы гражданы Нурия Ирсаева тураһында яҙып үткән. Бөгөн уға 80 йәш тулды.
«Нурия Исхаҡ ҡыҙының наградалары һәм званиелары күп. Шулай ҙа улар араһында иң олоһо – тамашасыларҙың бөтмәҫ-төкәнмәҫ мөхәббәте һәм хөрмәте. Нурия Ирсаева әле лә рух күтәренкелеге, оптимизм һаҡлай, ижадын һөйөүселәрҙе артабан да ҡыуандырыуын дауам итә. Нурия Исхаҡ ҡыҙын ысын күңелдән ҡотлайым. Оло һаулыҡ теләйем! Республика исеменән һеҙҙең хеҙмәткә һәм талантҡа рәхмәт белдерәм!» - тип ҡотлаған төбәк етәксеһе.
Автор:Ләйлә Аралбаева
фото:Социаль селтәрҙәр