Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
4 Октябрь 2022, 21:57

Иң яҡшы бейемдәр һәм ҡәйнәләр ҡайҙа йәшәй?

Татыр-Үҙәктә үткән конкурс быны асыҡланы

Иң яҡшы бейемдәр һәм ҡәйнәләр ҡайҙа йәшәй?
Иң яҡшы бейемдәр һәм ҡәйнәләр ҡайҙа йәшәй?

Татыр-Үҙәк ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре “Бейемдәр һәм ҡәйнәләр” исемле бик ҡыҙыҡлы бәйге ойошторҙо.

Уларҙың кемдәре иң хәстәрлеһе? Конкурста ҡатнашыусылар ошо һорауға яуап бирергә тырышты. Ҡәйнәләр—Н.Николаева, Р.Такаева, бейемдәр Г.Солтанова һәм Ф.Ишҡыуатовалар менән ҡыҙыҡлы ярышҡа сыҡты. “Беҙ --супер” тигән таныштырыу конкурс һынауында һәр кем  аш-һыуға, ҡул эшенә маһирлығын күрһәтте. “Мәҡәлә йый” конкурсында зирәклектәрен раҫланы. Тағы ла башҡа конкурстар ҙа ҡыҙыҡлы булды. Таҡмаҡтар  бәйгеһе конкурсанттарҙың актерлыҡ һәләтен асты. Дәртле бейеүҙәрҙән торған бәйге аҙағына яҡынлашып, был конкурста дуҫлыҡ еңде.

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: