

Өҫтәлдәге төрлө ризыҡтар, гөлләмәләр күҙҙең яуын алып, үҙенә тартып торҙо.
Йәнбикә апай Абдуллина аяттар уҡып, йорт-илебеҙ имен булыуын, ситтә йөрөгән балаларыбыҙ һаулығына, афәттең тиҙерәк туҡтатылыуын һорап доғалар уҡыны. Сарала ҡатнашыусы ауылдаштар көҙ һәм ҡыш тураһында һынамыштар әйтеп, мәҡәлдәр һөйләнеләр. Ай, йылдарҙың боронғоса атамаларын әйттеләр. Балаларға үҙҙәре уйнаған уйындарҙы өйрәттеләр. Балалар "Аҡ тирәк, күк тирәк", "Музыкаль ашҡабаҡ" уйынын бик ҡыҙығып уйнанылар.
Иң ҙур ҡабаҡ үҫтереүсе булып Кәипова Вилена танылды. Шулай уҡ картуфтан төрлө фигуралар эшләгән Филүс Мәмбәтов билдәләнде. Гөлләмәләр араһында иң ҡыҙыҡлыһы "Витаминлы" гөлләмә булды.
Йәй буйына үткәрелгән онлайн конкурстарҙа ҡатнашыусыларҙы билдәләп үттек.
"Мул баҡса" конкурсында Ҡыуандыҡова Ләйлә иң күп лайктар йыйыусы булды (44), икенсе урында - Мәмбәтова Эльвира (25).
"Ветеран ихатаһы" конкурсында беренсе урында Ҡарабаева С.Ә. (60), икенсе - Кәипова Х.У. (55), өсөнсө - Мәмбәтов Ф.И. (25).
"Сәскәле йәйем" конкурсында беренселекте Зөлхизә һәм Роберт Мәмбәтовтар (36) яуланы. Икенсе урынды 35-әр лайк йыйып Милә һәм Сәғиҙулла, Эльвира һәм Наил Мәмбәтовтар бүлеште. Өсөнсө урын (24) Рәхмәтова Фәннүргә бирелде.
Байрамда, конкурстарҙа ҡатнашҡан ауылдаштарыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Икенсе йыл да шулай мул баҡса үҫтерергә насип булһын. Имен булайыҡ, Донъялар имен торһон!
#МКРБ#РЦНТРБ#КультураХайбуллы#МамбетовскийСМФК#Годкультурногонаследия#Туржыынйылары