

Нәҡ бөгөн, киң далалы Хәйбулла ерендә республика кимәлендә үткәрелгән Йомабай Иҫәнбаев көндәрендә Аҡьяр сәнғәт мәктәбе алдында арҙаҡлы яҡташыбыҙ – Йомабай Иҫәнбаев стелаһына сәскә һалыу тантанаһына йыйылдыҡ. Мәртәбәле тантана хөрмәтенә төрлө ҡала һәм райондарҙан ил ағалары һәм бәйгеселәр йыйылды.