

Башҡорт ҡурайын донъя күләмендә танытҡан ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаев исемендәге конкурста төрлө төбәктәрҙән боронғо ҡоралда уйнаусылар ҡатнаша.
Беренсе ҡурай конкурсы 1978 йылда уҙғарыла. Ҡурайсылар бәйгеһенә республиканың 15 районынан һәм 7 ҡалаһынан көс һынашырға теләк белдерә. Улар араһында Красноярск өлкәһе һәм Мари Эль республикаһының ҡурайсылары булыуы дәрт өҫтәй. 300-ҙән ашыу ҡурайсылар араһында 188-е балалар булыуы бигерәк тә шатландыра.