МӘҘӘНИӘТ
14 Сентябрь 2022, 15:30

Ватанға һөйөү йырҙа сағыла

Фестиваль илдә билдәлелек яулай.

Ватанға һөйөү йырҙа сағылаВатанға һөйөү йырҙа сағыла
Ватанға һөйөү йырҙа сағыла

18 сентябрҙә “Торатау” конгресс-холының амфитеатрында VII “Хәрби бейеклек” республика патриотик автор йырҙары фестивале үтә. Унда Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән солистар һәм музыкаль төркөмдәр ҡатнаша. Сәхнәлә һуғыш һәм тыныслыҡ, тыуған ил, армия, дуҫлыҡ, намыҫ тураһында йырҙар яңғыраясаҡ.    

Фестивалдең хедлайнерҙары – йырсы, композитор, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Денис Майданов һәм Екатеринбург ҡалаһынан Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Александр Павлов етәкселегендәге «Уралбэнд» тынлы оркестры. Концерт 17.00 сәғәттә башлана.

Башҡортостанда йолаға әүерелгән “Хәрби бейеклек” патриотик йырҙар фестивале Рәсәй кимәлендә лә танылыу ала бара. Проект йәш быуында тыуған илгә һөйөү тәрбиәләүгә, хәрби бурысҡа тоғролоҡҡа һәм Ватаныбыҙ геройҙары тураһында яҡты хәтерҙе һаҡлауға йүнәлтелгән.   

2014 йылда Афғанстан ветерандары Рәсәй союзының Башҡортостан бүлексәһе һәм Башҡортостандың “Ветеран” төбәк йәмәғәт ойошмаһы активистары фестиваль булдырыу тураһында тәҡдим менән сыға. Шул йылдың 19 июнендә республикабыҙҙың баш ҡалаһында “Биатлон” стадионы концерт майҙанында “Хәрби бейеклек” ветерандар йырының тәүге фестивале бик уңышлы үтә.

Был проекттың ойоштороусылары – Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, “Афғанстан ветерандарының Рәсәй союзы” дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе, “Ветеран” төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Өфө ҡалаһы хакимиәте.

 

Фото: Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы сайты.  

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас