МӘҘӘНИӘТ
13 Сентябрь 2022, 14:42

Баш ҡалала «Хәрби бейеклек» республика фестивале уҙа

   

Баш ҡалала «Хәрби бейеклек» республика фестивале уҙаБаш ҡалала «Хәрби бейеклек» республика фестивале уҙа
Баш ҡалала «Хәрби бейеклек» республика фестивале уҙа

18 сентябрҙә «Торатау» конгресс-холының амфитеатрында «Хәрби бейеклек» («Боевая высота») VII республика автор патриотик йырҙар фестивале уҙа. Күләмле проектта Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй төбәктәренең «Десантное братство» (Ульяновск), «Блокпост» (Димитровград), «Контингент» (Ырымбур), Артур Саянов (Севастополь), Владимир Воронов (Череповец), Игорь Дрягилев (Ярославль), Валерий Петряев (Ярославль) автор-башҡарыусылары, солистары һәм музыкаль төркөмдәре ҡатнаша. Сәхнәлә һуғыш һәм солох темаһына арналған хәрби-патриотик йырҙар, Тыуған ил, армия, дуҫлыҡ, ҡаһарманлыҡ һәм намыҫ хаҡында йырҙар яңғыраясаҡ.

Фестивалдең хедлайнерҙары - йырсы, композитор, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Денис Майданов һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Александр Павлов етәкселегендә Екатеринбургтың «Уралбэнд» тынлы оркестры. Концерт 17:00 сәғәттә башлана.

Башҡортостандың патриотик традицияларының визит карточкаларының береһенә әүерелгән «Хәрби бейеклек» патриотик йыр фестивале бөгөн тотош Рәсәйҙә билдәле. Проект йәш быуында Ватанға һөйөү, хәрби бурысҡа тоғролоҡ тәрбиәләүгә һәм Ватан геройҙары хаҡында халыҡ хәтерен һаҡлауға йүнәлтелгән.

2014 йылда Рәсәй Афғанстан ветерандары союзының Башҡортостан бүлексәһе һәм БР «Ветеран» төбәк йәмәғәт ойошмаһы активистары илһөйәрлек идеяһы тирәләй төрлө йәштәге мөмкин тиклем күберәк кешене берләштерерлек фестиваль ойоштороу тәҡдиме менән сыҡты. 2014 йылдың 19 июнендә республиканың баш ҡалаһында, «Биатлон» стадионының асыҡ концерт майҙансығында, «Хәрби бейеклек» ветеран йыры фестивале үтте.

Проектты ойоштороусылар - Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, «Рәсәйҙең Афғанстан ветерандары союзы» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе, БР «Ветеран» төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Өфө хакимиәте.

 

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас