МӘҘӘНИӘТ
13 Сентябрь 2022, 15:55

Афарин, Ильяс!

Бүребай балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыһы Ильяс Билалов Башҡортостан Республикаһы Башлығы премияһы лауреаты булды!

Афарин, Ильяс!Афарин, Ильяс!
Афарин, Ильяс!

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығының «2022-2023 уҡыу йылында айырыуса һәләтле уҡыусылар өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендияһын тәғәйенләү тураһында» бойороғо сыҡты. Исемлектә сәнғәт, физик культура һәм спорт өлкәләрендә профессиональ программаларҙы тормошҡа ашырыусы, уҡыуҙа, ижади эшмәкәрлектә һәм спортта юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән дөйөм белем биреү һәм өҫтәмә белем биреү ойошмалары стипендиаттары. Исемлектә «баян» класы буйынса Бүребай балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыһы Ильяс Билаловтың булыуы ҡыуаныслы. Уҡытыусыһы - Билалов Айтуған Рәжәп улы. Ильясты ҡотлайбыҙ, артабан да юғары уңыштар һәм яңы ижади үрҙәр яулауын теләйбеҙ!

 

Афарин, Ильяс!
Афарин, Ильяс!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас