МӘҘӘНИӘТ
11 Сентябрь 2022, 04:02

Милли кейемдәрҙә дәрестәр гөрләп үтте

Иҫәнгилде, Маҡан, Яңы Ергән ауылдары мәктәптәрендә уҡыусылар башҡорт милли кейемдәре менән яҡындан танышты.

Милли кейемдәрҙә дәрестәр гөрләп үттеМилли кейемдәрҙә дәрестәр гөрләп үтте
Милли кейемдәрҙә дәрестәр гөрләп үтте

Милли кейем көнө уңайынан райондың барлыҡ мәғариф учреждениеларында төрлө саралар уҙғарылды.

Мәҫәлән, Иҫәнгилде, Маҡан, Яңы Ергән мәктәптәре уҡыусыларын башҡорт милли кейемдәре менән мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, "Ағинәйҙәр" клубы ағзалары таныштырған. Саралар барышында уҡыусылар милли кейемдәрҙең үҙенсәлектәрен, орнаменттарын һәм барлыҡҡа килеү тарихын өйрәнгән.  "Милли кейем - ул ябай кейем генә түгел, уның аша халыҡтың мәҙәниәтен һәм тарихын, уның йолаларын һәм йәшәү рәүешен билдәләргә мөмкин", - ти ойоштороусылар.

Милли кейемдәрҙә дәрестәр гөрләп үтте
Милли кейемдәрҙә дәрестәр гөрләп үтте
Милли кейемдәрҙә дәрестәр гөрләп үтте
Милли кейемдәрҙә дәрестәр гөрләп үтте
Милли кейемдәрҙә дәрестәр гөрләп үтте
Милли кейемдәрҙә дәрестәр гөрләп үтте
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас