

Ивановка ауылы мәҙәниәт йортонда "Ысын дуҫлыҡ рецебы!" исеме аҫтында Уңыш байрамы үтте, унда был осорҙа күҙҙе ҡыуандырған емеш-еләк, йәшелсә һәм сәскәләр күп төрлөлөгө күрһәтелде. Байрамға баҡсасылар, Ивановка һәм Атингән ауылдарынан сәнғәт һөйөүселәр йыйылды. Йола буйынса, ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы "Көҙ" батшабикәһе һәм уның ҡыҙы Сөмбөл яңы ризыҡтар менән ҡаршы алды һәм байрам экспозицияны - ике ауыл вәкилдәренең баҡса уңыштарын һәм төрлө ҡул эштәрен ҡарауҙан башланды.
Байрам хужалары ҡулға-ҡул тотоношоп һәм ҡунаҡтарҙы йәлеп итеп әйлән-бәйлән уйнай башланы. Байрам барышында күңелле йыр-бейеүҙәр яңғыраны, ҡатнашыусылар үҙҙәре ижад иткән, халыҡ уйындары уйнаған көҙ тураһында шиғырҙар уҡыны. Уңыш байрамы уңышлы үтте!
фото:Ивановка ауылы мәҙәниәт йорто.