МӘҘӘНИӘТ
11 Сентябрь 2022, 05:00

Әбүбәкер мәҙәниәт йорто сәскәләргә күмелде

   

Әбүбәкер мәҙәниәт йорто сәскәләргә күмелдеӘбүбәкер мәҙәниәт йорто сәскәләргә күмелде
Әбүбәкер мәҙәниәт йорто сәскәләргә күмелде

Әбүбәкер күп функциялы мәҙәниәт йортонда "Сәскәләрҙән ҡылдым тамаша" исемле бик матур, сағыу Сәскәләр байрамы булды.

Был көндә мәҙәниәт йортоноң фойеһын күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләрҙән гөлләмәләр, композициялар өҫтәлдәрҙе биҙәне. Гөлләмә алып килгән һәр кем үҙенең яратҡан сәскәләре тураһында һөйләне, һүрәт төшөрҙө, шиғыр һөйләне, мәҡәл-әйтемдәр әйтеп, сәскәләр йондоҙнәмәһе менән таныштырҙы. Байрамда ярыш-уйындар ҙа ойошторолдо. Сарала ҡатнашыусылар сәскә исемдәре ҡушылған йырҙар башҡарып, бейеүгә төштө. Күҙҙәрен бәйләтеп сәскәнең исемен еҫенән генә асыҡланылар.
Һәм конкурстың һөҙөмтәләре буйынса Гран-при Миңзәлә Билаловаға бирелде.

Әбүбәкер мәҙәниәт йорто сәскәләргә күмелде
Әбүбәкер мәҙәниәт йорто сәскәләргә күмелде
Әбүбәкер мәҙәниәт йорто сәскәләргә күмелде
Әбүбәкер мәҙәниәт йорто сәскәләргә күмелде
Әбүбәкер мәҙәниәт йорто сәскәләргә күмелде
Автор:Әбүбәкер ауылы күп функциялы клубы
Читайте нас