

"Сәскәләр йәйе" онлайн конкурсы Степной ауыл мәҙәниәт йортонда уҙған һәм Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына арналған Сәскәләр байрамы менән тамамланды. Был көндө мәҙәниәт йортоноң концерт залы ғәжәйеп сәскәләр яланына әүерелде, унда ауыл ҡатын-ҡыҙҙары, онлайн конкурста ҡатнашыусылар тарафынан яһалған матур гөлләмәләр тәҡдим ителде.
Байрам ҡунаҡтарын алып барыусы Ләйсән Мырҙағолова сәләмләне. Тематик викторинала ҡатнашыусылар сәскәләр тураһында яҡшы белемдәрен күрһәтте, таҡмаҡтарын йырланы. Снежана Слесарева һәм Гөлдәр Шәрипова заманса бейеү менән сығыш яһаны. Конкурсҡа йомғаҡ яһау иң тулҡынландырғыс һәм шатлыҡлы мәл булды:

"Баҡса батшабикәһе" - Әлифә Супанова һәм Нурия Таһирова;
"Иң яҡшы сәскә ихатаһы" - Рәмзиә Илбәкова, Гүзәлиә Насретдинова һәм Наталья Мельник;
"Сәскәләр фантазияһы - Гөлсиә Ҡәйепова һәм Миңзифа Таһирова;
"Сәскәләр - минең тормошомдоң таң ҡалдырғыс биҙәге" - Йомабикә Фазылова, Зәйтүнә Таһирова, Фәнүзә Толобаева, Галина Галян, Миңзифа Юнысова.
Мәҙәниәт ойоштороусыһы Көнһылыу Ҡоланбаева 12 конкурсантҡа бүләк һәм грамота сифатында Аҡъяр ауыл Советы хакимиәте башлығы Р.З. Рәхмәтуллин исеменән бүләк тапшырҙы. Ҡатын-ҡыҙҙар бер-береһенә сәскә гөлләмәләре бүләк итте. Һәм сара өҫтәл артында аралашыу менән тамамланды. Бындай байрамды үткәреү сараға йыйылғандарға сираттағы тапҡыр үҙе өсөн матурлыҡ һәм сәскәләр байлығын, һәм, әлбиттә, беҙҙе уратып алған донъяны асырға мөмкинлек бирҙе.
фото һәм мәғлүмәт:Көнһылыу Ҡоланбаева сәхифәһенән.