

Конкурс композиторҙар һәм йырға һүҙҙәр яҙған шағирҙар араһында ойошторола. Уны Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы булышлығы менән "Башҡортостан Республикаһының мәҙәни программалар дирекцияһы" автономиялы, коммерцияға ҡарамаған мәҙәниәт ойошмаһы ойоштора.
Проект патриотик темаға яңы авторҙар һәм йырҙар эҙләүгә, йәш быуында художестволы зауыҡты үҫтереүгә, рухи мәҙәниәтте, гражданлыҡ өлгөргәнлеген, лидерлыҡты һәм рухи-әхлаҡи сифаттарҙы тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Сара авторҙарға ла, башҡарыусыларға ла үҙ ижадын киң йәмәғәтселеккә, автор йыры һәм шиғриәт өлкәһендәге абруйлы эшмәкәрҙәргә күрһәтеү мөмкинлеген бирә.
Еңеүселәр йырҙарын Рәсәйҙең "Геройҙар ваҡыты" патриотик фестивалендә Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Олег Газманов менән бер сәхнәлә яңғыратыу форсатын ала.
Проектта бөтә Рәсәйҙән башҡарыусылар ҡатнаша ала, йәш буйынса сикләүҙәр юҡ. Ҡатнашыу бушлай. Конкурста өс номинация ҡаралған, еңеүселәргә лауреат дипломы, иҫтәлекле премиялар һәм аҡсалата бүләктәр тапшырыла.
Ярыш өс этапта үткәрелә:
I этап – һайлап алыу (онлайн): 15 сентябрҙән 25-енә тиклем;
II этап — ярымфинал: 4 октябрь 2022 йыл;
III этап — финал: 2022 йылдың 11 октябре.
Ғаризалар 2022 йылдың 15 сентябренә хәтлем ҡабул ителә.
Конкурста ҡатнашыр өсөн konkursufa@bk.ru электрон почтаһына түбәндәге документтарҙан торған хат ебәрергә кәрәк:
– ғариза,
– ҡатнашыусының электрон формалағы эше (Microsoft Word-та шиғырҙың һәм көйҙөң авторҙарын күрһәткән текст, композицияның аудиояҙмаһы, инструменталь эштәрҙең видеояҙмаһы).
Һайлап алыу этабы һөҙөмтәләре 26 сентябрҙә https://vk.com/public212747299 төркөмөндә баҫтырыла.
Мәғлүмәт, фото: culture.bashkortostan.ru