

"Журфест" фестивалендә төрлө күргәҙмә тирмәләре байрамдың биҙәге булды. Унда һәр төбәк үҙҙәренә хас булған йолаларҙы, шөғөлдәрҙе сағылдырҙы.
Төрлө майҙансыҡтарҙа футбол, волейбол, армреслинг һәм башҡа ярыштарҙа коллегалар етеҙлектә, таҫыллыҡта үҙҙәрен һынаны, уҡ атырға теләүселәр ҙә күп булып сыҡты.
Тиҙҙән журналистар бер нисә майҙансыҡта оҫталыҡ дәресенә йыйыла. Улар Мәскәүҙән килгән белгестәр ҡатнашлығында уҙғарыла.
Журналистар байрамы йыр-моң менән үрелеп барҙы.
Резеда Шәңгәрәева.