МӘҘӘНИӘТ
20 Август 2022, 12:23

«Бөйөк дала» рок-концертына рәхим итегеҙ!

Сара бөгөн киске 20:00 сәғәттә Аҡъяр ауылының Ял һәм мәҙәниәт паркында уҙасаҡ. «Аҡъяр», «Рух», «Бөркөт» рок төркөмдәре башҡарыуында сәхнәлә яңы йырҙар һәм хиттар яңғыраясаҡ. Программаның махсус ҡунағы - “Дәрүишхан”!!!

«Бөйөк дала» рок-концертына рәхим итегеҙ!«Бөйөк дала» рок-концертына рәхим итегеҙ!
«Бөйөк дала» рок-концертына рәхим итегеҙ!

Хәйбулла ерендә рок-концерт осраҡлы ғына уҙғарылмай. «Бөйөк дала» тәүге тапҡыр «Рух» рок-төркөмөнөң ижадына 20 йыл тулыу уңайынан 2011 йылда уҙғарылды. Тап ошо төркөм республикала рок хәрәкәтенә башланғыс һалған һәм башҡорт рок музыкаһының тотош йүнәлешенә этәргес биргән. Сарала ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта, географияһы киңәйә, һуңғыһы, мәҫәлән, 3 меңдән ашыу тамашасыны йыйҙы.

Бөгөн киске 20:00 сәғәттә Аҡъяр ауылының Ял һәм мәҙәниәт паркында «Бөйөк дала» рок-концерты уҙасаҡ. «Аҡъяр», «Рух», «Бөркөт» рок төркөмдәре башҡарыуында сәхнәлә яңы йырҙар һәм хиттар яңғыраясаҡ. Программаның махсус ҡунағы - “Дәрүишхан”!!!

Рәхим итегеҙ!

 

фото:БР Мәҙәниәт министрлығы.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас