

Хәйбулла ерендә рок-концерт осраҡлы ғына уҙғарылмай. «Бөйөк дала» тәүге тапҡыр «Рух» рок-төркөмөнөң ижадына 20 йыл тулыу уңайынан 2011 йылда уҙғарылды. Тап ошо төркөм республикала рок хәрәкәтенә башланғыс һалған һәм башҡорт рок музыкаһының тотош йүнәлешенә этәргес биргән. Сарала ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта, географияһы киңәйә, һуңғыһы, мәҫәлән, 3 меңдән ашыу тамашасыны йыйҙы.
Әлеге минуттарҙа Аҡъяр ауылының Ял һәм мәҙәниәт паркында «Бөйөк дала» рок-концерты башланды. Сәхнәлә «Аҡъяр», «Рух», «Бөркөт» рок төркөмдәре башҡарыуында яңы йырҙар һәм хиттар яңғыраясаҡ. Программаның махсус ҡунағы - “Дәрүишхан”!!!