МӘҘӘНИӘТ
19 Август 2022, 05:29

«Дәрүишхан» төркөмө 30 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Беҙ – бәхетле быуын:  рок төркөмдөң  ижады сәскә атҡан осорҙо үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек, йырҙарын кассетанан кассетаға күсереп тараттыҡ, моңландыҡ.

«Дәрүишхан» төркөмө 30 йыллыҡ юбилейын билдәләй«Дәрүишхан» төркөмө 30 йыллыҡ юбилейын билдәләй
«Дәрүишхан» төркөмө 30 йыллыҡ юбилейын билдәләй

XX быуаттың 90-сы йылдарында башҡорт рок-музыкаһына йәшендәй килеп ингән һәм унда үҙенсәлекле эҙ ҡалдырған «Дәрүишхан» төркөмө 30 йыллыҡ юбилейын билдәләй.  Беҙ – бәхетле быуын:  рок төркөмдөң  ижады сәскә атҡан осорҙо үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек, йырҙарын кассетанан кассетаға күсереп тараттыҡ, моңландыҡ. Башҡорт рок йырсыһы Дим Мәннән (Ҡоләхмәтов)  иһә сағыу йондоҙ булып балҡыны ла кинәт һүнде, йәш кенә килеш пландарын, уй-ниәттәрен үҙе менән мәңгелеккә алып китте. Үтә ныҡ йәл. “Дәрүишхан” музыкаль коллективы  1991 йылда Маҡан ауылында барлыҡҡа килә. Уға нигеҙ һалыусы—һәләтле лидер-гитарист, композитор Альберт Ғәббәсов.

--1987 йылдың көҙөндә Маҡан ауыл клубында Валерий Лаптев, Сергей Дойницын, Сергей Попов, Володя Захаров, Сергей Әхтәмов, Сергей Захаровтар составында “Крик” төркөмө булдырылды. Ул саҡта “Маҡан” совхозы директоры, үҙе лә һәләтле баянсы Александр Малимонов музыка аппараты һатып алыуға ҙур сумма аҡса бүлде. Клавишала Ирек Абдуллин уйнаны. Бынан шунан беҙҙең гастролдәр башланды. Рус телендә йырланыҡ. 1992 йылда төркөм составы яңырҙы.  Өфө ауылы мәктәбенән барабан һуғыусы Альберт Нурисламов, бас-гитарала Филорет Ғәсҡәров килде. Аҡъяр ауылының Пионерҙар йорто подвалында репетициялар үткәрҙек. Тик вокалсы мәсьәләһе асыҡ килеш ҡалды.

Иләс ауылында Дим исемле һәләтле егет тураһында ишетеп белә инек. 15 ғинуарҙа ҡар-буран йырып, ошо ауылға юлландыҡ. Дим Ҡулахмәтов ауыл ситендә, тауға яҡын бәләкәй генә өйҙә йәшәй ине. Туратта бөтә эшкә оҫта булараҡ танылған.  Уны оҙаҡ өгөтләү талап ителмәне, шунда уҡ ризалашты. Тиҙ генә колхоз рәйесенә барып, эштәрен тапшырҙы (ферманың бөтә йылытыу эштәре уның иңендә ине). “Бөттө, әртис булам,  мине телевизорҙан ҡарарһығыҙ”,--булды уның һүҙҙәре.

Тағы өс көндән беренсе концертты 1992 йылдың  18 ғинуарында Садовый ауылында ҡуйҙыҡ. Беҙ гастроль менән бөтә районды үттек. Концерттарҙа зал халыҡ менән шығырым тулы булды. Беҙҙең менән Аҡъярҙан “Рух” төркөмө лә сығыш яһаны. Тағы бер айҙан Өфө ҡалаһында үткән беренсе “Урал моңо” бәйгеһендә ҡатнаштыҡ. Билдәле режиссер Салауат Ишмөхәмәтов беҙҙән фонограмма һорай. Ә беҙҙеке юҡ. Һөҙөмтәлә  “тере” тауышҡа йырлаған һәм инструменттарҙа уйнаған берҙән-бер төркөм булып, Гран-при яуланыҡ. Башҡа бәйгеләрҙә ҡатнашҡанда  йәштәр,  студенттарҙың беҙҙең их ихлас тамашасыларыбыҙ булыуын күрҙек,--тип һөйләй   Альберт Ғәббәсов.      

“Дәрүишхан” төркөмөнөң һуңғы йырҙарының береһе булған “Нисек барһың, тик шулай бул” йыры хитка әүерелә.  Ауыл темаһына яҙылған “Ауыл”, “Айгөлөм”,  “Зөлфиә”, “Зәбир ағай”, “Һаукмы, әсәй” йырҙары һәм башҡалар уңыш яулай.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас