«Рух» төркөмө республикала башҡорт рок хәрәкәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. «Рух”тың үткәне һәм бөгөнгө хаҡында төркөмдөң етәксеһе, администраторы Юлай Асҡаров менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
- Юлай Хәйрулла улы, “Рух” төркөмө нисек барлыҡҡа килде?
- “Рух” төркөмөн 1991 йылда Ғәзинур Биктимеров ойошторҙо. Ул Ирек Атанов, Зөфәр Байғусҡаров, Зиннур Ҡунысбаевтарҙы йәлеп итеп, беҙҙең Маҡан мәҙәниәт йорто базаһында репетициялар үткәрә башланылар. Ошо уҡ йылдың ноябрендә улар Өфөлә үткәрелгән рок фестивалдә ҡатнашып, тамашасыларҙы хайран ҡалдырып ҡайтты. Ул ваҡыттарҙа мин Маҡан ауылында ойошторолған “Дәрүиш” төркөмөнөң йырсыһы инем. Ғәзинур мәрхүм Виктор Цойҙың ижадын ныҡ ихтирам итте. Шуға күрә ул ижад иткән йырҙар, аранжировкалары “Кино” төркөмөнә оҡшашыраҡ. Үҙенең йырҙарҙы башҡарыу стиле лә Виктор Цойҙыҡы кеүек ине. 1992 йылда “Дәрүиш”тәр Өфөгә күскәс, мин “Рух” төркөмөнә ҡушылдым һәм Ғәзинур менән бергәләп ижад итә башланыҡ. Ошо уҡ йылды “Майҙан” төркөмөн дә ойошторғайным. Мин “Рух”тарға ҡушылғас, улар үҙҙәре ижад итте.
- Тәүгә ижад иткән йырҙарығыҙ?
- Төркөм ойошторолғас, мин килгәнгә тиклем “Торналар”, “Оло теләк”, “Аҡъяр” йырҙарын ижад иткәйнеләр. “Оло теләк” йыры менән “Урал моңо” бәйгеһендә сығыш яһанылар. Мин төркөмгә килгәс, репертуарҙа “Өлгөрмәнем”, “Мөхәббәтем” йырҙары барлыҡҡа килде. “Өлгөрмәнем” йыры төркөмдөң визит картаһы булып тора. Репертуар бик бай, 40-тан ашыу йыр бар. Тәүге йырҙарҙы ла һаҡлап алып ҡалдыҡ.
- Тәүге гастролегеҙ, ҡаҙаныштарығыҙ тураһында ла һөйләп үтһәгеҙ.
- 1993 йылда Ейәнсура районы буйлап гастроль ойошторҙоҡ. 1994 йылда Ғәзинур Биктимеров вафат булғас, Ирек Атанов, Зөфәр Байғусҡаров менән өсәүләп ижад итә башланыҡ. Ул ваҡытта барабансы Зиннур Ҡунысбаев төркөмдән киткәйне. Ирек Атанов төркөмдөң музыкаль етәксеһе, мин администраторы булдым. 1996 йылдарҙа Сәриә Асҡарова ла ҡушылып йырланы. Баянсы Илшат Ҡоломбәтов килде. Ошо уҡ йылды Өфөлә үткәрелгән “Урал моңо” бәйгеһендә Гран-при яуланыҡ. Төркөмдө Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә лә саҡырғайнылар. Әммә егеттәр Аҡъярҙа ҡалырға ҡарар итте. Йылына бер тапҡыр баш ҡалала концерттар ойоштороп торҙоҡ. Һуңынан беҙгә барабансы Филүс Сәлишев, баянсы Венер Салауатов, гитарасы Илгиз Исмәғилевтар ҡушылды. Тулы составта республика сараларында, рок-концерттарҙа ҡатнашып килдек.
Мәҡәләне тулыраҡ гәзитебеҙҙең 33-сө һанында уҡығыҙ.