Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
16 Август , 14:30

Эшҡыуар Әхәт Байғусҡаровтан ауылдаштарына бүләк

 Ғәлиәхмәттәр ошондай киң күңелле ауылдашына һәм йәйге ҡыҙыу эш мәлендә матур ял бүләк иткән барлыҡ йырсыларға, ойоштороусыларға ҙур рәхмәтен еткерә.

Эшҡыуар Әхәт Байғусҡаровтан  ауылдаштарына бүләк
Эшҡыуар Әхәт Байғусҡаровтан ауылдаштарына бүләк

Концертта танылған йырсылар, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Альберт Салауатов, Баязит Байназаров, оҫта баянсы Дим Шәрәфиев, бейеүсе Юлия Йәнтүриналар йыйылған халыҡҡа матур тамаша бүләк иттеләр.

Был концерт- Ғәлиәхмәт ауылында тыуып үҫкән эшҡыуар Әхәт Ғәфүрйән улы Байғусҡаровтан ауылдаштарына бүләк. Үҙ инициативаһы менән яҡташтарына байрам ойоштороп, концерт ойоштороу сығымдарын тулыһынса үҙ өҫтөнә алған ул. Ауылдаштары әйтеүенсә, Әхәт ағай ауылым, халҡым, тип янып йәшәгән ир уҙаманы. Электән байтаҡ саралар үткәреүгә ҙур ярҙам күрһәтә килә икән. Быйыл ул шулай уҡ үҙ көсө һәм инициативаһы менән ауылдашы, яугир-интернационалист Нурғәле Миңлеғәле улы Кинәлиев иҫтәлегенә тыуған йортонда таҡтаташ ҡуйҙыртҡан.

Ғәлиәхмәттәр ошондай киң күңелле ауылдашына һәм йәйге ҡыҙыу эш мәлендә матур ял бүләк иткән барлыҡ йырсыларға, ойоштороусыларға ҙур рәхмәтен еткерә.

Хәйбулла районы башҡорттары ҠОРОЛТАЙЫ

 

Автор:
Читайте нас в