Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
13 Август 2022, 23:21

Ивановкала Урамдар байрамы

Халыҡ берҙәмлеген, сәмлелеген, дәртлелеген сағылдырған сара гөрләп үтте

Ивановкала Урамдар байрамы
Ивановкала Урамдар байрамы

Ивановкала үткән матур байрам тураһында муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов Бәйләнештә төркөмөндәге сәхифәһендә хәбәр итте.

“Район ауылдарында Урамдар байрамын үткәреү матур традицияға әүерелгән. Бөгөн дә Ивановка ауылы халҡы дәртләнеп байрам ойошторҙо.

Ауылға ҡайтҡан ҡунаҡтар ауылдың төҙөкләндерелеүен билдәләне. Ысынлап та таҙа урамдар,  төҙөк ихаталар, буялған ҡоймалар шунда уҡ күҙгә ташлана. Байрамдың яңыраҡ ҡына асфальт түшәлгән урамда үтеүен дә билдәләргә кәрәк. Әйткәндәй, Ивановка ауылы клубы  күптән түгел “Бәләкәй Ватаным мәҙәниәте” федераль проектында еңеү яуланы һәм 5 миллион 900 һум күләмендәге грант уның матди-техник базаһын нығытыуға йүнәлтелде.

Урындағы инициативаларҙы хуплау программаһы сиктәрендә күп проекттар тормошҡа ашырыла, быйыл ошо юҫыҡта ивановкаларҙың үҙ тракторы буласаҡ. Киләһе йыл улар ошо уҡ проект сиктәрендә янғын депоһы төҙөргә планлаштыра.

Ивановкалар бөгөнгө Урам байрамын киләһе йыл ошо бәрәкәтле ерҙә үтәсәк масштаблы байрам –“Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына генераль репетиция тип һанай”,--тип яҙа Рөстәм Динислам улы.

Фото һәм мәғлүмәт:

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас в