Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
11 Август , 12:20

«Самауырлы ритайым» Садовыйҙа.

Ритайымда балалар, йәштәр менән бер рәттән өлкән быуын кешеләре лә ҡатнашты

«Самауырлы ритайым» Садовыйҙа.
«Самауырлы ритайым» Садовыйҙа.

Самауырлы ритайым» Садовыйҙа.


«Нур» йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы Садовый ауылында «Самауырлы Ритайым» кисәһен ойошторҙо.
Хәйбулла районында төп маҡсат булып башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүгә, башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеү, балаларҙы, үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе мәҙәни ҡиммәттәргә ылыҡтырыу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау булып торған «Самауырлы ритайым» кисәһе киңәйә бара. Алдан Мәмбәт, Ғәлиәхмәт, Аҡъяр ауылында үткәрелгән был сараны Садовыйҙа айырыуса көтөп алдылар. Садовый ауылы ағинәйҙәре, күрше-күләмдәре аш-һыуҙан һығылып торған өҫтәл әҙерләп, самауырҙар ҡайнатып сараға килгәндәрҙе тәмле сәй менән һыйланы. Балалар «Йомортҡа менән йүгереү», «Тоҡ кейеп йүгереү», «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Һәпәләк», «Бесәй менән сысҡан», «Алырымҡош менән Бирмәмҡош» башҡорт уйындарында ихлас ҡатнашып күңел асты. Кисә ритайым менән тамамланды. Ритайымда балалар, йәштәр менән бер рәттән өлкән быуын кешеләре лә ҡатнашты. Самауырлы ритайым төрлө милләт халҡының күңеленә лә хуш килде. Һәр кем уйнап-көлөп, йырлап-бейеп күңел асты был кистә.

Администрация Хайбуллинского района

 

Автор:
Читайте нас в