

«Аҡъяр», «Рух», «Майҙан» рок-төркөмдәре ҡатнашлығында сара Аҡъяр ауылы мәҙәниәт һәм ял паркында ойошторола. Легендар «Дәрүишхан» рок төркөмө һәм солистары Ринат Зарипов, Ян Лира тыңлаусыларҙы үҙҙәренең ижады менән ҡыуандырмаҡсы. Концерт киске сәғәт 8-ҙә башлана.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылдарҙа «Бөйөк дала» проекты фестиваль форматында үткәрелде. Проектты Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Хәйбулла районы хакимиәте ойошторҙо.