Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
4 Август , 13:31

Ҡыҙҙарға биҙәүестәр килешә

Әбеш мәҙәниәт йортонда Аҡсәскә Әбделмәнова ҡыҙҙарға оҫталыҡ дәресе үткәрҙе

Ҡыҙҙарға биҙәүестәр килешә
Ҡыҙҙарға биҙәүестәр килешә

Әбеш мәҙәниәт йортона ҡыҙҙарға оҫталыҡ дәресе үткәрергә Аҡсәскә Әбделмәнованы саҡырҙыҡ.

Ул ҡыҙҙарҙы зауыҡлы, һәр береһен еренә еткереп үҙе эшләгән сәсмәү, сулпы, ҡашмау кеүек ҡул эштәре  менән таныштырҙы. Сәсмәү ҡыҙҙар өсөн нәфис биҙәүес булыуын, бынан тыш, уның ҡупшы сәстәргә күҙ тейеүҙән дә һаҡлау көсөнә эйә булыуын белгәс,  сәсмәү эшләргә килештек. Бергәләшеп бер сәсмәү эшләп өйрәндек һәм ул бик матур булды.  Беҙгә оҫталыҡ дәресе үткәргән Аҡсәскә Рәсүл кыҙына ҙур рәхмәт.

https://vk.com/club164054634

 

Автор:
Читайте нас в