Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
31 Июль , 20:28

«Мәргән уҡсы» төбәк-ара фестивале барышында уҡсылар Башҡортостан маршрутын тәүгә үтте

Башҡортостан маршрутында ике уҡ стартта осоп китә - береһен алға һәм уңға, икенсеһен артҡа һуҙырға, өсөнсөһөн иһә ерҙән сабып төшөрөргә һәм маҡсатҡа өлгәшергә кәрәк

«Мәргән уҡсы» төбәк-ара фестивале барышында уҡсылар Башҡортостан маршрутын тәүгә үтте
«Мәргән уҡсы» төбәк-ара фестивале барышында уҡсылар Башҡортостан маршрутын тәүгә үтте

Баймаҡ районында «Башҡорт аты» фестивалендә «Мәргән уҡсы» төбәк-ара фестивале уҙҙы.

Проект йәйәүле һәм һыбайлы ярыштары номинациялары буйынса уҙғарылды. Атта уҡтан атыуҙа байтаҡ маршрут төрҙәре айырыла. Уҡсылар беренсе тапҡыр Башҡортостан маршрутын үтте. Уның авторы - Рушан Хәсәнов.

-Донъяла Корея, Венгрия һәм Төркиә маршруттары киң билдәле. Мин үҙем дә күп ярыштарҙа булдым һәм етеһендә ҡатнаштым. Шәхси тәжрибәнән сығып, "Төньяҡ амурҙары" маршрутын булдырҙым. Бөгөн ҡалмыҡ уҡсылары уның ҡатмарлылығын билдәләне һәм, бер аҙ ябайлаштырып булмаймы, тип ҡыҙыҡһынды. Әммә уның үҙенсәлеге тап башҡарыу ауырлығында, - тип  Рушан Хәсәнов. -Башҡортостан маршрутында ике уҡ стартта осоп китә - береһен алға һәм уңға, икенсеһен артҡа һуҙырға, өсөнсөһөн иһә ерҙән сабып төшөрөргә һәм маҡсатҡа өлгәшергә кәрәк. - Был маршрут, ысынлап та, уҡсыларыбыҙ өсөн яңылыҡ түгел. Билдәле булыуынса, 1812 йылғы Ватан һуғышы ваҡытында башҡорт һыбайлылары ерҙә ятҡан уҡтарҙы алған күрһәтмә сығыштарын тәҡдим иткән. Әлегә беҙ ергә ҡаҙалған уҡты сығарырға тырышабыҙ,- тип һыҙыҡ өҫтөнә алды уҡсы.

Рушан Хәсәнов Әбйәлил районында тыуған, Өфөлә йәшәй. Атта уҡ атыу менән ул дүртенсе йыл шөғөлләнә. Өфөлә уның үҙенең аты бар, унда ул көн һайын күнекмәләр үткәрә.

Автор фотоһы.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас в