Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
30 Июль , 23:22

Рәсәй эксперттары "Башҡорт аты"н юғары баһаланы

Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов һөйләне.  

Рәсәй эксперттары "Башҡорт аты"н юғары баһаланы
Рәсәй эксперттары "Башҡорт аты"н юғары баһаланы

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 2022 йылдың 29-30 июлендә Баймаҡ районының Граф күле буйында "Башҡорт аты" республика башҡорт тоҡомло аттар фестивале үтә. Кисә фестиваль сиктәрендә, төрлө ат-спорт ярыштары башланды. Фестивалгә республиканан тыш, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан республикаһынан, күрше Силәбе, Пермь өлкәләренән, Мәскәү, Екатеринбург ҡалаларынан һәм башҡа төбәктәрҙән ҡатнашыусылар килгән. Тәүге көн бик ҡыҙыу һәм мауыҡтырғыс үтте, сөнки күберәк спорт ярыштары өҫтөнлөк итте.

Был хаҡта фестивалде ойоштороу комитеты рәйесе, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов әйтеүенсә, беренсе көн тотошлайы менән спорт ярыштарына бағышланған. Тәүге тапҡыр үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, фестивалға  Себер, Төньяҡ Кавказ, Казағстан, Узбәкстандан ҡатнашырға теләк белдереп килеүселәр бар. Был сараға оло мәртәбә өҫтәй, уның баһаһын арттыра. 

Азат Бадранов шулай уҡ "Башҡорт аты" тәүге тапҡыр ойошторолоуына ҡарамаҫтан, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән Рәсәй эксперттары сараны юғары баһалаған һәм был башланғысты фәнни өлкәлә нигеҙле тип танығандар. Ғалимдарҙың да фестивалде ыңғай яҡтан баһа биреүе "Башҡорт аты" фестивален яңы баҫҡысҡа күтәрәсәк.

 

Сығанаҡ һәм фото: "Баймакский вестник"

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас в