Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
30 Июль , 22:58

Башҡортостан һәм Ҡалмыҡстан башлыҡтары - «Башҡорт аты» фестиваленең ҡунаҡтары

  

Башҡортостан һәм Ҡалмыҡстан башлыҡтары - «Башҡорт аты» фестиваленең ҡунаҡтары
Башҡортостан һәм Ҡалмыҡстан башлыҡтары - «Башҡорт аты» фестиваленең ҡунаҡтары

Баймаҡ районында үткән «Башҡорт аты» фестивалендә Башҡортостан һәм Ҡалмыҡстан башлыҡтары - Радий Хәбиров менән Бату Хасиков ҡатнашты. Улар ике республикалар араһында төрлө өлкәләрҙә бер нисә килешеү төҙөргә ниәтләй.

Бату Хасиков Баймаҡ районынын ҡунаҡсылығы өсөн рәхмәт әйтте һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа ҡалмыҡ атына сертификат бүләк итте. Радий Фәрит улы яуап итеп уға башҡорт атына сертификат һәм йүгән бүләк итте.

«Байрам менән бергә был фестиваль - етди фәнни сара, бында Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең алдынғы ғалимдары ҡатнаша. Төп маҡсат - спорт һәм етештереү тармаҡтарында йылҡы үрсетеү торошон анализлау, уның проблемалары буйынса фекер алышыу, генетика үҫеше векторы һәм тарихи ғәҙеллекте тергеҙеү», - тип билдәләне Радий Хабиров үҙенең телеграм-каналында.

Башҡортостан Башлығы республикала йылҡысылыҡ тармағы сәскә атһын өсөн мөмкин тиклем булғандың барыһын да эшләргә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

 

фото:Валерий Шахов.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас в