Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
30 Июль , 22:08

Африка ҡунағы «Башҡорт аты» фестивален баһаланы

  

Африка ҡунағы «Башҡорт аты» фестивален баһаланы
Африка ҡунағы «Башҡорт аты» фестивален баһаланы

Баймаҡ районында «Башҡорт аты» фестивале - был ат сабыштары һәм һомғол буйлы малҡайға мәҙхиә йырлау ғына түгел. Сараға төрлө спорт төрҙәре, шул иҫәптән масс-рестлинг менән шөғөлләнгән спортсылар йыйылды. Анголанан килгән Латисия Шиока республика фестиваленә үҙ көсөн һынарға һәм ял итергә килгән. Бының тураһында «Баймакский вестник» гәзите хәбәр итә.

Ҡыҙ рус телен яҡшы белә. Башҡорт дәүләт университетының 4-се курсында белем ала. Ул - буласаҡ иҡтисадсы.

Ангола ҡыҙы масс-рестлинг спорт төрө менән ихлас таныштырҙы. Спортсылар аяҡтарын таҡтаға терәтеп, ҡапма-ҡаршы ултыралар һәм ике ҡуллап бер таяҡҡа тотоналар. Еңеү өсөн ҡаршылағы спортсынан таяҡты тартып алырға йәки таяҡ менән бергә уны үҙ яғына һөйрәп сығарырға тейеш.

«Мин тәүге тапҡыр бындай ҙур сарала ҡатнашам. Барыһы ла ныҡ оҡшай, иҫ киткес матур тәбиғәт. Ойоштороусыларға, хужаларға һәм ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт!» - ти фестиваль ҡунағы.

 

Сығанаҡ һәм фото: "Баймакский вестник" гәзите.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас в