Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы сиктәрендә Мәмбәт ауылынан “Туржы ынйылары” халыҡ фольклор коллективы Айгөл һәм Марат Мәмбәтовтарҙа йәш киленде ҡаршылау йолаһын үткәрҙе.
Фольклор коллективы ҡунаҡтарҙы, ҡоҙаларҙы йыр-бейеү менән ҡаршы алды. Йәштәргә мөхәббәт һәм аҡ бәхеттәр теләп, кейәү йортона оҙаттылар.