Күрше өлкәлә үткән һабантуйҙа Башҡортостан Республикаһын беҙҙең район йөҙөндә күрергә булды. Был дуҫлыҡ һәм мәҙәниәт байрамын Ырымбур өлкәһе Хөкүмәте ярҙамы менән Новотроицк ҡалаһы муниципаль берәмеге менән берлектә “Ҡарауанһарай” Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы ойошторҙо.
Бөгөн Ырымбур ерендә тыныслыҡ һәм килешеүҙә был төбәктең этник ғорурлығы булып 120-нән ашыу милләт кешеләре йәшәй. Һәм ошо мәҙәни күп төрлөлөктөң сағыу бер өлөшөн башҡорттар тәшкил итә.
Һабантуйҙы милли ихаталар биҙәлешенән тыш күҙ алына ла килтереп булмай. Хәйбуллаларҙың этник ихатаһы, тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү район музейының башҡорт халҡының йорт йыһаздары һәм көнкүрешен сағылдырған үҙенсәлекле тирмәһе байрамға милли һәм рухи бәҫ бирҙе.
“Оҫталар урамы” халыҡтың күплегенән һәм һоҡланыулы ауаздарҙан яңғырап торҙо. Хәйбулла районы оҫтабикәләре—Аҡъяр ауылынан Мөслимә Бохарбаеваның атлас таҫмаларҙан эшләгән картиналары, Ғәлиәхмәт ауылынан Светлана Ибраһимованың милли костюмдар һәм биҙәүестәре күптәрҙе үҙенә йәлеп итте. Бәләкәй Арыҫланғол ауылы ҡатын-ҡыҙҙары эшләгән һуҡма шәлдәр, палантин, балаҫтар, ҡорама әйберҙәр, кейеҙ тапочка, түбәтәйҙәр күргәҙмә биҙәге булды. Боронғо туҡыу станогында ошо нәзәкәтле әйберҙәрҙе эшләү процесын күрергә теләгәндәр вәзәм оҫталары янынан өҙөлмәне. Мәмбәттән Нәфиә Кәипованың палаткаһы янында кеше күп булды. Ырымбурҙар беҙҙең район оҫтабикәләре эшләгән балалар һәм ололар өсөн милли кейемдәр, түбәтәй, хәситә, иҙеү, ҡашмау кеүек милли биҙәүестәр, “пицца” техникаһы буйынса тегелгән сағыу сумкалар, ҡатын-ҡыҙҙарҙың байрам аяҡ кейеме—сарыҡ, шулай уҡ рус, башҡорт, татар, милли кейемдәрендәге ҡурсаҡтар коллекцияһын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны.
Рәмил Билалов һәм Фидан Бикташев (“Балта” коворкинг үҙәге) ағастан эшләнгән әйберҙәр—тәҙрәләр, ҡат-ара баҫҡыстар, һандыҡ, һүрәттәр йыйылмаһы һәм башҡа әйберҙәр тәҡдим итте.
Башҡорт милли ризыҡтары булмаған һабантуй буламы? Юҡтыр!Ырымбурҙар уларҙы тәмләп тә ҡараны, ихлас күңелдән һатып та алдылар. Мәҫәлән, Мәмбәт ауылынан “Мәмбәтбай” йәмғиәте етәксеһе Эльвира Ғәбитова үҙенең ауыл хужалығы кооперативы етештергән май, һөт, ҡаймаҡ, творог, һәм, әлбиттә, брендлы продукцияһы—сейәле ҡорот алып килгән. Яңы Ергәндән Минигәүһәр Рәхмәтова һәм Аҡъярҙан Алһыу Кәиповалар буҙа, һөҙмә, талҡан, кәзә ҡымыҙы, милли ҡамыр аштары, Бүребайҙан Рәшиҙә Шәрипова төрлөләп эшләнгән ҡорот, эремсек, ҡымыҙ һәм шифалы үләндәр тәҡдим итте. Һаҡмар-Наҙарғол ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ла айырылып торҙо. Улар алып килгән брендлы продукция—муйыллы, сейәле, ҡарағатлы һәм укроплы ҡороттар һәммәһенә лә оҡшаны. Ә Ғәлиәхмәттән Ислам Илбәков һәм Аҡъярҙан Азамат Бохарбаев экологик яҡтан таҙа быйылғы сәскә-йүкә балы һәм ҡортсолоҡ продукциялары алып килгән.
Һабантуйҙа ҡатнашыусылар башҡорт йырҙарын, көйҙәрен ихлас тыңлап, халыҡ бейеүҙәрен ҡарап ҡына ҡалманы, артистарҙы ла әүҙем ҡеүәтләне – улар менән бергә йырланы һәм бейене.
Светлана Сахно.