Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
26 Июль , 15:49

«Самауырлы ритайым»

«Нур» йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы хеҙмәткәрҙәре Мәмбәт ауылында бик шәп кисә ойошторҙо

«Самауырлы ритайым»
«Самауырлы ритайым»


Сараның төп маҡсаты — башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүгә, башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеү, балаларҙы, үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе мәҙәни ҡиммәттәргә ылыҡтырыу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау. 

Әйтергә кәрәк, бындай башҡорт рухлы саралар бөгөнгө көндә бик популяр. Билдәле булыуынса, Өфө ҡалаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы әүҙем башҡорт йәштәре араһында Рөстәм Абдразаҡовтың «Самауырлы Ритайым» автор проектын булдырып, Ағиҙел ярында халҡыбыҙҙың рухи мәҙәниәтенең сағыу өлгөләрен күрһәтеү сараларын ойоштора. Бынан тыш, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының йәштәр бүлеге Туған телгә битараф булмаған бер төркөм башҡорт йәштәре төрлө милләт йәштәре менән йыйылышып милли мәҙәниәттәре менән уртаҡлаша.


Сараға «Туржы ынйылары» фольклор төркөмө ағзалары тәмле табын һәм сәй әҙерләп сараға килгәндәрҙе сәй менән һыйланылар. Сара барышында балалар өсөн «Һәпәләк», «Йомортҡа менән йүгереү» башҡорт уйындары, мауыҡтырғыс «Музыкаль ултырғыс», төрлө ярыштар үткәрелде, өлкәндәр иһә тәмле сәй артында Наил Ҡарабаев, Фәнилә Мәмбәтова, Вәсилә Мәмбәтова, Милә Ҡарабаева моңло итеп йырлауҙарын тыңланылар, башҡорт көйҙәренә балалар менән өлкәндәр генә түгел башҡа милләт халҡы ла рәхәтләнеп бейене.

 

Автор:
Читайте нас в