МӘҘӘНИӘТ
21 Июль 2022, 15:32

Яңы тапшырыу нимә тураһында?

Проект авторҙарының планында – Рәсәй халыҡтары тураһында йөҙҙән ашыу серия төшөрөү. Әлегә тиклем төшөрөлгән тапшырыуҙарҙың һылтанмаһын тәҡдим итәбеҙ.   

Яңы тапшырыу нимә тураһында?Яңы тапшырыу нимә тураһында?
Яңы тапшырыу нимә тураһында?

Ул төрлө халыҡтарға бер-береһен яҡшыраҡ белергә ярҙам итәсәк.

Башҡортостанда 160-тан ашыу милләт вәкиле дуҫ, татыу йәшәй, республика халҡы 150 телдә һәм диалектта һөйләшә. Дөйөм алғанда, Рәсәйҙә 193-тән ашыу милләт, 277 тел һәм диалект иҫәпләнә.

Рәсәй халыҡтары телдәрендә “Мин һине яратам” тигән һүҙҙәр нисек яңғырай? Беҙ бер-беребеҙҙең йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен яҡшы беләбеҙме? Алып барыусылар һәм блогерҙар Иван Чуйков, Екатерина Мускатина һәм Александр Соколов “Национальность.ru” тигән яңы шоуҙа ошо хаҡта һөйләй. Шоу сиктәрендә улар илдең төрлө мөйөштәренә барып, төрлө халыҡтар тураһында ҡалыплашҡан фекерҙәрҙең ни тиклем дөрөҫ булыуын асыҡлай. Программала урындағы аш-һыу, милли кейемдәр, бейеүҙәр һәм һөнәрҙәр тураһында ҡыҙыҡлы факттар биреләсәк.

Ошоғаса туғыҙ тапшырыу донъя күреп өлгөргән. Проект авторҙарының планында – Рәсәй халыҡтары тураһында йөҙҙән ашыу серия.

Түбәндәге һылтанмалар аша үтеп, башҡа мәҙәниәттәр менән танышығыҙ:

- https://vk.com/nationalityru

 - https://zen.yandex.ru/nationalityru 

- https://www.youtube.com/channel/UCDlYDrt0ZEaSQ9yQ5tCw.

- https://rutube.ru/channel/25309004/ 

- https://ok.ru/group/61675090804821 

Һәм, әлбиттә, тапшырыуҙы төшөүсе төркөмдө Башҡортостанда көтөп ҡалабыҙ.

Фото: pressaufa.ru

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас