

Башҡортостан юлдаш телеканалы «Шүлгәнташ» музейын асыу тантанаһын тура эфирҙа күрһәтә.
9 июлдә Бөрйән районында халыҡ-ара фундаменталь фәндәр йылын асыу сиктәрендә «Шүлгәнташ» музей комплексын рәсми асыу тантанаһы була.
Ул данлыҡлы мәмерйәнән бер саҡрым ярым алыҫлыҡта урынлашҡан.
Музейҙы асыу тантанаһы көндөҙгө сәғәт 4-тә башлана. Бишенсе яртыла һәм етелә «Көнсығышҡа боролош» халыҡ-ара ғилми-технологик хеҙмәттәшлектең Евразия векторы» темаһына пленар ултырыш ойошторола, был көн төнгө 11-ҙә ҙур Симфония төнө менән тамамлана.
Эфир көндөҙгө сәғәт 4-тә башлана.