МӘҘӘНИӘТ
7 Июль 2022, 10:33

Райондың “Һаҡмар” шифаханаһы тураһында фотокүргәҙмә

Хәйбулла тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү район музейы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән күргәҙмәлә  шифахананың 20 йыллыҡ  тарихы сағыла

Райондың “Һаҡмар”  шифаханаһы тураһында фотокүргәҙмәРайондың “Һаҡмар”  шифаханаһы тураһында фотокүргәҙмә
Райондың “Һаҡмар” шифаханаһы тураһында фотокүргәҙмә

Район музейында  Ватанды һаҡлаусылар,  билдәле шәхестәр,  илебеҙ, республика, район һәм төрлө ойошмалар тураһында 10 меңдән ашыу экспонат һаҡлана.

Музей хеҙмәткәрҙәре  тарихи һәм юбилей даталары буйынса  ошо экспонаттарҙан бик ҡыҙыҡлы  күргәҙмәләр эшләйҙәр. Мәҫәлән, республикала иң яҡшылар рәтендәге “Һаҡмар” шифаханаһының 20 йыллығына ҡарата ла бик бай тарихи күргәҙмә ойошторолдо.

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас