

«9 июлдә Бөрйән районында «Шүлгәнташ» музей комплексын асабыҙ. Беҙ быға оҙаҡ әҙерләндек, Рәсәйҙә палеолит осороноң берҙән-бер ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәр музейын булдырыу өсөн күп эшләнек», – тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.
Был шәмбелә музей комплексында ҙур сара – Рәсәйҙә тотороҡло үҫеш мәнфәғәтендә Халыҡ-ара фундаменталь фәндәр йылын рәсми асыу тантанаһы була, тип билдәләне ул.
«Шуға күрә шәмбе көндө музей ҙа, мәмерйә лә халыҡ өсөн ябыла. Мин ошо көндәрҙә Шүлгәнташҡа килергә йыйынғандарҙан алдан ғәфү үтенәм. Ләкин һеҙҙе бында башҡа ваҡытта килергә саҡырам», – тип яҙҙы Радий Хәбиров.