

Бына йәй уртаһы ла етте. Һыуыҡ көндәрҙе йылы көндәр алыштырҙы.
Балалар менән йәйге тәбиғәткә сыҡтыҡ. Быйыл ямғырҙар тәбиғәт өсөн бик файҙалы булды: ҡайҙа ҡарама ҡуйы бейек үлән, күҙ яуын алырлыҡ төрлө сәскәләр, сәскәләр өҫтөндә безелдәп бал ҡорттары оса. Шул тиклем матур тәбиғәт. Балалар тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп ял итте. Йомшаҡ үләнгә ултырып төрлө тәмлекәстәр менан сәй эсеп алды, сәй эсеү ҙә хатта уйын менән үрелеп барҙы. Унан һуң йүгереп төрлө уйындарҙа ҡатнаштылар, ялан буйлап йүгерешеп уйнанылар: "Аҡ тирәк, күк тирәк" кеүек халыҡ уйындары, тоҡ кейеп йүгереү, туп менән төрлө ярыштарҙа кинәнеп уйнанылар.
Балалар тәбиғәт ҡосағынан иҫ киткес тәьҫораттар менән ҡайттылар.