

Һаҡмар йылғаһы буйында бөгөн Урал аръяғының иң оҫта гармунсылары йыйылды.
Йәнтеш ауылында йәшәүсе Рәсих Әхмәтовтың идеяһы менән ойошторолған сара өс тиҫтәнән ашыу гармунсыны йыйҙы. Ете райондан килгән ҡатнашыусылар араһында хатта һигеҙ йәшлек балаларҙың дә булыуы айырыуса ҡыуандырзы. Сөнки ата- әсәйҙәребеҙҙең йәшлек йылдарында гөрләп торған гармун моңдары һуңғы йылдарҙа йәштәр араһында юғала бара ине. Был башланғысты традицион итеп, йыл һайын уҙғарыу ниәтен дә белдерҙе ойоштороусылар.
Үҙе бәләкәй генә булһа ла, күңеле киң булған, моңдаш дуҫтарын берләштерәм тип йүгереп йөрөүсе Рәсих Әхмәт улы кеүек дәртле кешеләр күберәк булһын ине. Алыҫ араларҙы яҡынайтып килеп еткән ҡатнашыусыларға оло рәхмәт! Йәшәһен гармун моңо!
Рустам Шарипов