

Өйҙә балаларығыҙ башҡортса һөйләшәме? Урамда йәш быуын ниндәй телдә аралаша? Был һорауға яуап бер: йәштәр генә түгел, балалар баҡсаһына йөрөгән баланың теле рус телендә асыла. Районыбыҙҙың саф башҡорт ауылдарында оло-кесеһә лә башлыса рус телендә аралаша. Элегерәк башҡорт теле юғалыу сигендә тип оран һала инек... Килеп еттек буғай ошо аяныслы хәлгә.
2006 йылда үҙаллы нәшер ителә башлаған саф башҡорт телендәге “Хәйбулла хәбәрҙәре” лә бөгөн ҡаты һынау алдында. Уйлап ҡарағыҙ, 30 меңдән ашыу кеше йәшәгән Хәйбулла районының 78 процентын башҡорттар тәшкил итә. “ Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитенең бөгөнгө тиражы ни бары—600 дана!? Уйланырлыҡ ҡына түгел, сәстәр үрә торорлоҡ. Гәзит уҡыусыларыбыҙҙың күбеһе оло йәштәгеләр, ә йәш быуынға туған телдәге генә түгел, башҡа баҫмалар ҙа кәрәкмәй. Хәйер, ҡайһы бер ололар ҙа уларҙан ҡалышмай. Редакцияға гәзиткә яҙылырға тип килгән инәй-олатайҙар, саф башҡорт телендә һаулашып, үҙ-ара һөйләшеп киләләр, әммә башҡорт гәзитенә яҙылмайҙар. Сәбәбе—балалары, ейәндәре башҡортса аңламай һәм уҡымай икән...
“Хәйбулла хәбәрҙәре” район гәзите коллективы телде һаҡлау, башҡорт ғаиләләренә туған телдәге гәзит килһен, "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең тиражын арттырыу маҡсатында "Башҡорт ғаиләһенә — башҡорт гәзите" акцияһын иғлан итә. Бөгөнгө көндә был акцияны арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ күтәреп алды. Мәҫәлән, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров –өс, хөрмәтле яҡташыбыҙ, журналист, Ш.Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Фәрзәнә Аҡбулатова бер ишле ғаиләгә подписка бүләк итте. Әле журналист, яҙыусы, шағир һәм драматург, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәрүәр Сурина Әбеш мәктәбе уҡыусыһына “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитен бүләк итергә теләк белдерҙе. “Башҡорт ғаиләһенә—башҡорт гәзите” акцияһына һәр кем ҡушыла ала. Район гәзитенең артабанғы яҙмышы, туған телебеҙҙе һаҡлау һәммәбеҙҙән дә тороуын онотмайыҡ.
Мәрйәм Иманғолова,
“Хәйбулла хәбәрҙәре” район гәзитенең баш мөхәррире.