МӘҘӘНИӘТ
21 Июнь 2022, 10:41

Легендар Шайморатов... Аҡъяр сәхнәһенә

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры йәйге оҙайлы ялдар алдынан Хәйбулла районына “Ат уйнатып алдан бара...” спектакле менән гастролгә киләсәк!  Ошоға бәйле,  спектакль режиссеры, Рәсәй һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты  Хөрмәтулла Үтәшев менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Легендар Шайморатов... Аҡъяр сәхнәһенәЛегендар Шайморатов... Аҡъяр сәхнәһенә
Легендар Шайморатов... Аҡъяр сәхнәһенә

Легендар Шайморатов... Аҡъяр сәхнәһенә

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры йәйге оҙайлы ялдар алдынан Хәйбулла районына “Ат уйнатып алдан бара...” спектакле менән гастролгә киләсәк! Артистар 27 июнь –Аҡьярҙа (11.00 и 20.00 сәғ.), 28 июнь - Бүребайҙа (20.00 сәғ.) сығыш яһаясаҡ, шулай уҡ ошо көндө Петропавловскиҙа өҙөктәр, йәғни театраль тамаша күрһәтеләсәк. Ошоға бәйле,  спектакль режиссеры, Рәсәй һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты  Хөрмәтулла Үтәшев менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

--Хөрмәтулла Ғаззали улы, бөтә республикаға даны таралған спектаклдең Хәйбулла тамашасыларына ла килеп етеүенә шатбыҙ. Һеҙҙең был рухлы, бай йөкмәткеле  тамашаны сәхнәләштереүегеҙ, ҡуйыусы режиссер булыуығыҙ беҙгә мәғлүм. Тағы ла кемдәрҙе билдәләп үтер инегеҙ?

--Эйе, легендар генерал-майор, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәм 112-се атлылар дивизияһы күрһәткән батырлыҡтар хаҡындағы спектакль киң таралыу алды. Сценарий авторы – Зөһрә Бураҡаева, художество етәксеһе – Айрат Абушахманов, рәссамы – Альберт Нестеров, композиторы — Урал Иҙелбаев, хореографы— Рәйес Низаметдинов. Проекттың консультанты - билдәле тарихсы Салауат Хәмиҙуллин. Төп ролдә - комдив ролендә - Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты актер Артур Кәбиров.

 Еңеү хаҡына йәнен аямаған ҡаһарман, дошманды дер ҡалтыратҡан, үҙен хөрмәт итергә мәжбүр иткән Шайморатов һәм шайморатовсылар тураһындағы тамашала танылған актерҙар уйнай –Сәғиҙулла Байегет, Сара Буранбаева, Әхәт Хөсәйенов һәм башҡалар. Айырыуса шуныһы ҡыуаныслы - Хәйбулла еренән сыҡҡан актерҙар – Хөрмәтулла Үтәшев, Фәнис Рәхмәтов, Морат Рафиҡов, Айҙар Шәмсетдинов был спектаклдә ҡатнаша.

--Хөрмәтулла Ғаззали улы, Шайморатов тураһында спектакль ысын тарихи ваҡиғаларға нигеҙләнгәнме?

--Эйе, был ваҡиғалар уйҙырма түгел, ә  Башҡортостан Республикаһы Милли архивы фонды документтарына таянып эшләнде.  Спектакль декорацияһында архив фотодокументтары файҙаланылды. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һәм уның легендар командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов тураһында спектакль тарихи факттарға нигеҙләнде. 1943 йылдың февралендә, Харковь оборона операцияһы барышында фашистарҙың контрһөжүме башланғас, дивизия немецтар тылында ҡалып, ҙур юғалтыуҙар аша үҙебеҙҙекеләр яғына сығырға ынтыла. 23 февралдә Минңлеғәле Шайморатов Г.И.Петровский исемендәге Штеров динамит заводы (Петровск) һәм  Ворошиловград өлкәһе Юлино (Штеровка) ҡасабалары араһында батырҙарса һәләк була. Драма театрының коллектив ижады хәрби һуғыш шаңдауы мөхитен булдыра, легендар комдив яҙмышын сағылдыра алды.

--Шайморатов генерал шәхесе һеҙҙең үҙегеҙгә лә яҡын түгелме?

--Нәҡ шулай. Бүләков спектаклендә төп геройҙы уйнаным. Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығында Шайморатов образында Өфө урамында һыбай үттем. Минең ҡартатайым 112-се кавалерия дивизияһында һуғыша, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәбәрһеҙ юғала. Беҙ ни тиклем тырышһаҡ та, уның тураһында мәғлүмәт таба алманыҡ. Атайым да кавалерист, тик икенсе дивизияла була.

--Тамашаның илһөйәрлек рухында булыуы менән йәш быуын өсөн дә бик әһәмиәтле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәктер?

--Эйе,  спектаклебеҙҙең тағы ла бер маҡсаты – ул илһөйәрлек. Миңлеғәле Шайморатов: “Салауат вариҫтары сигенеү белмәй”,--тип яугирҙарын һөжүмгә күтәргән. Уның  етәкселегендәге 78 кавалерст Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Әйткәндәй,  Ҡыҙыл Армияның бер генә берләшмәһендә лә был тиклем геройҙар булмаған. Тағы ла данлыҡлы генерал өлгөһөндә белем һәм маҡсатҡа ынтылыусанлыҡты “егеп”, юғары маҡсаттарға өлгәшеү мөмкинлеге тураһында ҡарау йәштәргә файҙалы булыр, тигән теләктәмен.

--Хәйбулла тамашасыларына, яҡташтарығыҙға,  теләктәрегеҙ.

--Бөйөк Еңеү өсөн үҙ ғүмерҙәрен биргән генерал Миңлеғәли Шайморатов һәм данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының атлылары иҫтәлегенә арнап ҡуйылған спектаклдән ситтә ҡалмағыҙ, театр менән осрашыуға рәхим итегеҙ!

--Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Ижади уңыштар теләйбеҙ.

Мәрйәм Иманғолова яҙып алды.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас