

Бөгөн Йәнтеш ауылында хозур тәбиғәтле Һаҡмар буйында башҡорттарҙың боронғо байрамдарҙың береһе һабантуй уҙғарылды. Йәнтештәр һәм атингәндәр бергәләшеп ойошторған сараға райондың төрлө ауылдарынан, республиканың башҡа төбәктәренән дә ҡунаҡтар килгәйне. Тәү башлап байрамда ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре - фермер Әхәт Ғиләжев һәм уның хужалығында эшләгән хеҙмәткәрҙәр тәбрикләнде. Һабантуй майҙансығы йыр-моңға сорналды, дәртле бейеүҙәр ҙә, уйын-көлкөлө бәйгеләр ҙә, шатлыҡлы күрешеү-осрашыуҙар ҙа булды был көндө. Ауылдаштар, килгән ҡунаҡтар барыһына ла изге теләктәрен еткерҙе, мул уңыш йыйыуҙы теләне.
тулыраҡ мәҡәләне "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитендә уҡырға мөмкин.