

Сәғит ауылынан Резеда Мәмбәтова һабантуйға һөт продукциялары, шулай уҡ сәк-сәк, бауырһаҡ кеүек милли ризыҡтар ҙа әҙерләгән. Мәмбәттән Вилена Кәипованың “Оҫталар урамы” күргәҙмәһендәге бәйләнгән әйберҙәре барыһына ла оҡшаны. Роза Мәмбәтова тирмә ҡунаҡтары өсөн күпертеп ауыл икмәге бешергәйне.
Әйткәндәй, Маҡан ауыл биләмәһе ҡуйған тирмә район һабантуйы конкурсында 3-сө урынды яуланы.
Автор:Карлугас Ишемгулова