МӘҘӘНИӘТ
15 Июнь 2022, 17:58

Хәйбулла районы музейы тағы ла ҡиммәтле экспонаттар менән тулыланды

Сибай ҡалаһында йәшәүсе яҡташыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сибай сәнғәт колледжы ҡарамағындағы Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Асия Ғәйнуллина район музейына нимә бүләк иткән?

Хәйбулла районы музейы тағы ла ҡиммәтле экспонаттар менән тулыландыХәйбулла районы музейы тағы ла ҡиммәтле экспонаттар менән тулыланды
Хәйбулла районы музейы тағы ла ҡиммәтле экспонаттар менән тулыланды

Хәйбулла районы музейы тағы ла ҡиммәтле экспонаттар менән тулыланды.

Сибай ҡалаһында йәшәүсе яҡташыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сибай сәнғәт колледжы ҡарамағындағы Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Асия Ғәйнуллина район музейына үҙ ҡулдары менән эшләгән селтәр һәм ҡашмауҙы бүләк итте.


Асия Солтан ҡыҙы - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «1812 йылғы Ватан һуғышы осоронда көньяҡ-көнсығыш башҡорттарының милли кейемен тергеҙеү» проекты буйынса Башҡортостан Республикаһы Президенты грантына эйә, 2017 йылда халыҡ ижадын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн «Традицион халыҡ мәҙәниәте» номинацияһында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең «Рәсәй күңеле» премияһына лайыҡ булды.

 

Автор:
Читайте нас