

Гүзәл Бохарбаева – Юлай Мәҡсүтов исемендәге премияға лайыҡ булды!
"Йәшлек"тең Урал аръяғы райондары буйынса үҙ хәбәрсеһе, Башҡортостан һәм Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы Юлай Мәҡсүтов иҫән булһа, ғинуар айында уға 60 йәш тулған булыр ине. Талантлы хәбәрсенең исемен мәңгеләштереү һәм йәш журналистарҙың ижади әүҙемлеген арттырыу йәһәтенән Баймаҡ үҙәк китапханаһы 2008 йылда уның исемендәге район журналистар премияһын булдырҙы. Был премия 3 йылға бер бирелә килә. Быйыл был мәртәбәле премияға "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзите хәбәрсеһе Гүзәл Бохарбаева ла лайыҡ булды.
Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ Гүзәлде! Ижад ҡомарын юғалтмай, артабан да район халҡын йөкмәткеле, сағыу мәҡәләләр менән ҡыуандырып торорға яҙһын!