МӘҘӘНИӘТ
2 Июнь 2022, 09:54

Иҫәнгилделә кәкүк сәйе

..

Иҫәнгилделә кәкүк сәйеИҫәнгилделә кәкүк сәйе
Иҫәнгилделә кәкүк сәйе

Борон- борондан башҡорттар ҡош-ҡортҡа табынып йәшәгән.Кәкүк- халҡыбыҙҙың риүәйәт -әкиәттәрендә ҡошҡа әйләнгән әсәне йәки һөйгәненә мәңге тоғро ҡалған ҡыҙҙы сағылдыра.Ҡарға,кәкүкте кешеләргә изгелек килтереүсе ҡоштар,тип иҫәпләгән халҡыбыҙ.Шуға уларға бағышлап көндәр йылыныуға ҡарай байрамдар үткәргәндәр.Бына беҙҙә лә йәмле йәйҙең тәүге көнөндә, тәбиғәт ҡосағында ағинәйҙәр, балалар баҡсаһы коллективы ҡатнашлығында "Кәкүк сәйе" байрам сараһы үтте. Халыҡ уйындары уйнап, йырҙар йырлап, самауыр сәйе эсеп күңелле ял сәғәте ойошторолдо. Сарала ҡатнашыусыларға,шулай уҡ ошо байрамға килгән балаларға татлы приздар менән спонсор булыусы Мәйсәрә Бүләкәроваға ҙур рәхмәт.
Байрам барыбыҙҙың да күңеленә хуш килде.
#УфаМКРБ#УфаРЦНТРБ
#Праздники2022
#ГодКультурногоНаследия
#КультураХайбуллы

Автор:
Читайте нас