

27 майҙа Аҡъяр ауылы район мәҙәниәт йортонда «Китапханалар төнө - 2022» Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә «Йолалар хаҡында» девизы аҫтында «Халыҡ традициялары йәшәһен һәм нығынһын» милли мәҙәниәттәр фестивале үтәсәк.
«Библиотөн - 2022» акцияһының темаһы Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылын уҙғарыу менән тығыҙ бәйле һәм йолаларға арналған. Сарала ҡатнашыусыларҙы халыҡ музыка ҡоралдарында уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре, интерактив викториналар көтә. Китапханала хеҙмәткәрҙәр «Рухлылыҡ. Әхлаҡ. Мәҙәниәт. Халыҡ сәнғәте ынйылары» китаптар күргәҙмәһе буйынса мәғлүмәт бирәсәк , район мәҙәниәт йортоноң тамашалар залында «Юшан» халыҡ инструменталь ансамбленең презентацияһы ойоштороласаҡ, район мәҙәниәт һарайы фойеһында «Халыҡ мәҙәниәте сығанаҡтарына» фотозонаһы, донъя халыҡтары ҡурсаҡтары күргәҙмәһе, «Тәм мозаикаһы» милли аш-һыу күргәҙмәһе эшләйәсәк. Сарала ҡатнашыусыларҙың барыһын да лотерея уйыны көтә, ә Китапхана төнөн тамамлап, яҡшы кәйефте «Донъя халыҡтары бейеүҙәре» миксы бүләк итәсәк. Рәхим итегеҙ!