МӘҘӘНИӘТ
26 Май 2022, 12:17

Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер!

Бөгөн 26 майҙа үҙәк район китапханаһында Дөйөм Рәсәй китапханалар көнө уңайынан китапхана эше ветерандары менән осрашыу үтте.

Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер!Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер!
Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер!

Бөгөн 26 майҙа үҙәк район китапханаһында Дөйөм Рәсәй китапханалар көнө хөрмәтенә йолаға әүерелгән Хәйбулла үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының китапхана эше ветерандары менән осрашыу үтте.

Байрам сараһы сәй өҫтәле артында күңелле мөхиттә үтте. Осрашыуҙар шатлығы, йылмайыуҙар, яҡшы кәйеф байрам атмосфераһын тыуҙырҙы. Хеҙмәткәрҙәрҙең күбеһе оҙаҡ ваҡыт бер-береһен күрмәгән. Ғүмерен китап хеҙмәтенә арнаған кешеләргә бөтә китапхана системаһы коллективы исеменән Хәйбулла районы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының директоры Аҡсана Сынбулатова рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Аксана Хәлим ҡыҙы хеҙмәттәштәренә - ҡунаҡтарға заманса китапханасы нимә менән шөғөлләнеүе, бөтә коллектив алдында ниндәй бурыстар тороуы, һөнәри планда китапханасынан ҙур тырышлыҡ талап иткән конкурстарҙа һәм гранттарҙа еңеүҙәре хаҡында һөйләне.

Байрам музыкаль сығыштар менән оҙатылды. Ветерандар өсөн район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре иҫ киткес концерт номерҙары бүләк итте: Айгизә Асҡарова, Гөлфиә Хәләфетдинова, аккомпаниаторҙар Ғәлимйән Ультраков (баян) һәм Фәнис Атанов (ҡурай) башҡарыуында йырҙар яңғыраны.

Байрам ҡунаҡтары профсоюз комитеты һәм үҙәк район һәм балалар моделле китапханаһы коллективына йылы һәм ихлас ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәтен белдерҙе.

 

Хәйбулла үҙәк район китапханаһы.

Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер!
Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер!
Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас