МӘҘӘНИӘТ
24 Май 2022, 11:26

Журналист, яҙыусы, шағирә һәм драматург Сәрүәр Сурина Хәйбулла районында милли коллекция өлгөләре менән танышты

Ғәлиәхмәт ауылынан Светлана Ибраһимованың  зауыҡлы селтәр, ҡашмауҙары, биҙәүестәре республика кимәлендә билдәле

Журналист, яҙыусы, шағирә һәм драматург Сәрүәр Сурина  Хәйбулла районында милли коллекция өлгөләре менән таныштыЖурналист, яҙыусы, шағирә һәм драматург Сәрүәр Сурина  Хәйбулла районында милли коллекция өлгөләре менән танышты
Журналист, яҙыусы, шағирә һәм драматург Сәрүәр Сурина Хәйбулла районында милли коллекция өлгөләре менән танышты

Билдәле журналист, яҙыусы, шағирә һәм драматург, Бәләкәй Арыҫланғол ауылы килене Сәрүәр Сурина Ғәлиәхмәт ауылы һылыуы Светлана Ибраһимованың милли коллекцияһы өлгөләре менән танышты. (Апрель, 2022, Бәләкәй Арыҫланғол ауылында үткән төбәк-ара кәсепселәр форумы).


Светлана Ибраһимова Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт ауылыныҡы. Уның зауыҡлы селтәр, ҡашмауҙары, биҙәүестәре республика кимәлендә билдәле, Санкт-Петербург, Мәскәү һылыуҙары ла яратып кейерлек өлгөлө эштәрҙең башы уның әсәһендә - Ғәлиәхмәт ауылында йәшәүсе Минзәлә Насированың алтын ҡулдарында һәм алдан күреүсән аҡылында. Заманалар булдыҡлы һәм хәстәрле кешеләргә оран ташлағас, ҡыҙыма бер һөнәр, эшләп тапҡан мал ҡото булыр, тип ошо боронғоса селтәр, ҡашмау эшләү серен өйрәтә Минзәлә, үҙе лә арымай-талмай булыша, ярҙам итә. Үҙенә күрә милли зауыҡлы, фәһемле ғаилә кәсебен шулай яйға һала улар.

#Айыҡауыл2021

Дарья Жукова фотолары

Автор:
Читайте нас