МӘҘӘНИӘТ
24 Май 2022, 07:25

Афарин, Вилдан!

Аҡъяр ауылынан Вилдан Ишемғолов  йәш таланттар республика конкурсында ҡатнашты

Афарин, Вилдан!Афарин, Вилдан!
Афарин, Вилдан!

“Тамыр” балалар-үҫмерҙәр телеканалы башҡорт классик музыкаһын башҡарыусы  йәш  таланттар араһында  “Елкән” тип аталған асыҡ телевизион конкурстың икенсе миҙгелен асты.

Һайлап алыу турына фортепиано, тынлы инструменттар, ҡыллы инструмент һәм халыҡ инструменттары буйынса 4 номинацияла 186 заявка ҡабул ителгән.

Уларҙан 53-е генә конкурс турына үтә. Улар араһында Хәйбулла районынан Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбенең халыҡ бүлеге уҡыусыһы Вилдан Ишемғоловтың да булыуы  ҡыуаныслы (уҡытыусыһы Рифат Күскилдин, концертмейстр  Гөлназ Иманова).

Конкурс юғары һөнәри кимәлдә үтеп, унда  республиканың  йәш таланттары ҡатнашты.

#Тамыр #Елкән #АДШИ

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас