

Беҙҙең гәзитебеҙҙең йәмәғәт хәбәрсеһе, Өфө ауылынан Роза Сабирйән ҡыҙы оҙаҡ йылдар “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзите менән хеҙмәттәшлек итә.
Уның хикәйәләрен гәзит уҡыусылар көтөп ала. Роза Ғәббәсова 40 йылдан ашыу балаларға белем бирә. Йылайыр районында 19 йыл башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй, тағы ла 21 йыл Өфө ауылы мәктәбендә география фәненән белем бирә. Хаҡлы ялға сыҡҡас, хикәйәләр яҙа башлай, шиғырҙар ижад итә. Уларҙың күбеһе “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитендә баҫылып сыҡты.
Роза Сабирйән ҡыҙы был юлы тәүге ижад емешен –“Умырзая ғүмере” китабын бүләк итеп кенә ҡалмай, яңы хикәйәләрен дә ҡалдырҙы. Тиҙҙән уларҙы гәзитебеҙ битендә уҡый аласаҡһығыҙ.