

--“Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитен уҡырға яратам, башынан алып аҙағына тиклем бер юлын да иғтибарһыҙ ҡалдырмайым. Почта йәшнигенә һалғандарын көтөп кенә торам. Башҡорт телендәге район гәзитен 70 йылдан ашыу яҙҙырам, унда райондың бөтә яңылыҡтары сағылдырыла,--ти Хәҙисә Ғөбәйт ҡыҙы.
93 йәшлек Хәҙисә Байғусҡарова алсаҡ йөҙлө, йылмайып ҡына торған, үҙ тормошонан, бөгөнгөһөнән бик ҡәнәғәт, ихлас күңелле башҡорт ағинәйе. Редакцияның ижады коллективын да матур күлдәктә, милли орнаментлы жилетын кейеп, аҡ яулығын боронғоса иңенә яҙып төшөрөп ябынып, тәҙрә янынан китмәй көтә ине.
Мәҡәлә геройыбыҙ Аҡнаҙар ауылында тыуып үҫкән. Ишле ғаиләлә береһенән-береһе матур алты ҡыҙ буй еткерә. Һуғыш башланғас, атайҙары фронтҡа китә, ә ул ваҡытта 4 класс тамамлап өлгөргән Хәҙисә колхоз эшендә ярҙам итә. Сибек кенә ҡыҙыҡай бәрәс-быҙауҙар баға, ҡайҙа эшләргә көсө етә, шунда бара. Хәҙисә Ғөбәйт ҡыҙы дәһшәтле һуғыш тамамланыуы тураһында нисек ишетеүен бөгөнгөләй хәтерләй. Тағы ла бер апаһы менән баҫыуҙа эшләгән сағында бәләкәй һеңлеләре йүгереп килеп һөйөнсөләй. Атайҙары еңеү менән ҡайтҡас, ҡыҙҙар йәнә мәктәпкә бара.
Хәҙисә инәй Ғәлиәхмәт ауылының медпунктында санитарка һәм трахоматоз шәфҡәт туташы булып эшләгән сағын онота алмай. “Эшем бик ауыр ине. Ул саҡта бик күп кешенең ғүмерен өҙгән ҡаты ауырыуҙы бөгөнгө коронавирус менән сағыштырырға булалыр”,--ти ул.
1952 йылда Хәҙисә Ғөбәйт ҡыҙы Йәнтеш ауылы егете Ғәлимйән Байғусҡаровҡа кейәүгә сыға. Килен булып төшкәс, колхозда иҫәпсе булып та, төрлө эштәрҙә лә йөрөй. Ире, Ғәлимйән Вилдан улы, ферма мөдире була. Үкенескә күрә, 17 йыл элек тормош иптәше вафат була. Хәҙисә инәй бөгөнгө көндә ыҡсым ғына йәмле өйөндә йорт мәшәҡәттәре менән була. Өй тирәһен таҙалыҡта тоторға уға социаль ярҙамсы булыша, аҙыҡ-түлеген дә алып килә. Инәй тәмле итеп тамаҡ бешерә, хатта оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, коммуналь түләүҙәрҙе лә үҙе почтаға алып барып түләй. Күрше-тирәһе, башҡа инәйҙәр уны яңғыҙлатмай.
--Пандемияға тиклем мәсеткә йөрөнөм, ауылдың мәҙәниәт усағында үткән бер сараны ла ҡалдырманым. Ағинәйҙәр клубы ағзаһы булараҡ, төрлө конкурстарҙа ла ҡатнаштым, мөнәжәттәр уҡыным. Хәҙер күберәк өйҙә ултырам, намаҙ уҡыйым, телевизорҙан башҡорт телендәге тапшырыуҙар ҡарайым, ә “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитен көтөп кенә ултырам,--ти Хәҙисә Байғусҡарова.
Ауылдағы иҫән ҡалған берҙән-бер тыл хеҙмәтсәне Хәҙисә Ғөбәйт ҡыҙы оҙон ғүмерле булыу серен күп хәрәкәтләнеүҙә күрә. “Элегерәк машиналар хәҙерге кеүек күп булманы, шуға күрә йәйәү йөрөнөк. Йәш саҡта бер көндә Ғәлиәхмәттән Ивановкаға атлап барып, кире ҡайта торғайныҡ”,--ти ул. Ағинәйҙең фекеренсә, оҙаҡ йәшәү өсөн күңел тыныслығы кәрәк, насар ғәҙәттәрҙән баш тартыу зарур, ә күп эшләү хуплана.
“Хәйбулла хәбәрҙәре” район гәзите менән артабан да бергә ҡалығыҙ, хөрмәтле Хәҙисә инәй. Һеҙгә һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.
Светлана Сахно.